Көн һайын тиҫтәләгән кеше»Черемушки«шифаханаһы базаһында эшләгән «Защитник» үҙәгенә килә. Унда берҙәм тәҙрә режимында медицина комиссияһы үтергә, документтарҙы рәсмиләштерергә һәм оборона министрлығы менән контракт төҙөргә мөмкин. Контрактҡа ҡул ҡуйғанда бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм айлыҡ эш хаҡы ҡаралған. Граждандарға хоҡуҡи һәм финанс мәсьәләләре буйынса консультациялар күрһәтелә, ваҡытлыса йәшәү урыны бирелә.



