Башҡортостан командаһы дрон буйынса Волга буйы федераль округы чемпионатының төбәк-ара ярышында өсөнсө урын яуланы. Бөгөн улар Сочи ҡалаһында үтәсәк Рәсәй чемпионатына әҙерләнә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Республика инженер лицей-интернатының етенсе класс уҡыусыһы Рамаҙан Кашаповҡа дронды һүтеп йыйыу бер ни тормай. Үҫмерҙең ҡыҙыҡһыныуы көслө. Шуға ла ул мәктәптә ойошторолған түңәрәктә шөғөлләнеп «Аврора» таланттарҙы үҫтереү үҙәгенә юл асылған.
Рамаҙан Кашапов тиҫтерҙәше Даян Ғәләүев менән бергә дрон буйынса тәүге ярыштарҙа һынау ҙа үтә. Улар Татарстанда Волга буйы федераль округынан ҡатнашҡан 45 спортсы араһында өсөнсө урын яулай. Юғары һөҙөмтә Республика инженер лицей-интернаты уҡыусыларын тағы ла сәмләндергән. Улар дәрестәрҙән һуң, йәнә дрондарҙы һүтеп йыйыу, уларҙы осороу, программалауға тотона.
Ә лицейҙағы эшмәкәрлек «Пилотһыҙ осоу авиацияһы» милли проекты Рәсәй президенты указына ярашлы тормошҡа ашырыла. Ике йыл эсендә республикала ойошторолған махсус майҙансыҡтар һаны 20-гә еткән. Ә инде мәктәп уҡыусылары араһында асыҡланған таланттар артабан Өфөнөң»Аврора«үҙәгендә үҫтерелә.
Ә инде Волга буйы федераль округы беренселегендә уңышлы сығыш яһаған Башҡортостан командаһы Сочи ҡалаһында Рәсәй чемпионатында ҡатнашасаҡ. Ярыш 7 октябргә билдәләнгән.
Азат Ғәлиуллин



