Өфөлә ветерандар һәм һуғыш балалары өсөн тантаналы төшкө аш ойошторолдо

Өфө ресторандарының береһендә тыл һәм хеҙмәт ветерандары, һуғыш балалары өсөн тантаналы төшкө аш ойошторолдо. Өлкәндәр үҙ-ара аралашып, тарихи ваҡиғалар, хеҙмәт йылдарына бәйле хәтирәләре менән уртаҡлашты. Сарала билдәле артистар ҙа сығыш яһаны, концерт барышында улар ветерандарға изге теләктәрен еткерҙе. Төрлө өлкәләрҙә эшләп, республиканың социаль-иҡтисади, ижтимағи-сәйәси үҫешендә ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ табынға бағыусылар саҡырыуы буйынса йыйылды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ