Башҡортостанда 1128 бала мәктәпкә йөрөп уҡыу урынына ғаилә шарттарында белем алыу формаһын һайлаған. Өйҙә белем алған уҡыусылар теләһә ниндәй аккредитацияланған мәктәптә йомғаҡлау аттестацияһын үтә ала. Ғаилә белеме уҡытыу форматын һайлауҙа иреклек бирә.Ҡайһы бер ата-әсәләр балаларын үҙҙәре уҡыта, әммә күпселек быны профессионалдарға тапшыра. Әммә сифатлы һәм ваҡытында белем алыу өсөн яуаплылыҡ ата әсә иңендә ҡала. Ғаиләлә белем алыу үҙенсәлектәре хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
Был малайҙар бер ай элек кенә партаға ултырған. Ғаилә белем биреү үҙәгендә кемдәрҙеңдер һеңлеләре, апалары һәм хатта ағалары уҡый. Иван Громенконың ҡустыһы был учреждениеға 1 кластан йөрөй. Бындағы уҡытыу ысулы менән танышҡандан һуң, улын да ебәрергә ҡарар итә.
Максим менән бергә үҙәктә уның өлкән апаһы Алиса ла белем ала. 2-се синыфтан ҡыҙ ғаилә белеме үҙәгендә уҡый. Уға 7 йәш.
Ғаилә белемен һайлау төрлө факторҙар менән бәйле булыуы ихтимал Мәҫәлән, балаға мәктәп графигы яраҡһыҙ, ата-әсәләрҙә айырым инаныуҙар булғанда, улар балаларын үҙ дини ҡараштарына ярашлы тәрбиәләгәндә, балаға мәктәп графигы тап килмәүе мөмкин.
Ксения Игнатьева-Умярованың балалары өйҙә белем ала, сөнки ғаилә йыш сәйәхәт итә. Әлеге ваҡытта Игнатьевтар Һамарҙа йәшәй. Күп балалы ғаиләлә өс бала бәләкәй ҡыҙ, өлкән улы, ул мәктәпте тамамлаған һәм уртансы бала хәҙер 4 класта ғаилә белемендә.
Ыңғай һөҙөмтәләр күргән уҡытыусылар ғаилә белемен яҡлай һәм хуплай. Әммә бындай ысулды өнәп етмәүселәр ҙә бар. Уҡытыусылар бындай уҡыу төрөн һайлаған ата-әсәләр балаға үҫеш өсөн кәрәкле белем күләмен бирә алмай, тип борсола. Бынан тыш балаларҙы социалләштереү һәм тәрбиә мәсьәләһе лә көнүҙәк.
Башҡортостанда бөтәһе 1100-ҙән ашыу бала ғаиләлә белем ала. Республиканың мәғариф министрлығында бындай белем биреү формаһы Закон нигеҙендә һаҡланырға, әммә хоҡуҡи һәм закон акттарында тулыһынса регламентланған булырға тейеш.
Ғаилә белемен рәсмиләштереү өсөн ата-әсәләргә түбәндәге документтар: законлы вәкилдең паспорты һәм бәлиғ булмаған баланың шәхесен раҫлаусы документ, баланың ғаиләлә уҡыуға күсеүе, мәктәптән сығарылыуы һәм аралаш аттестацияға күсеүе тураһында ғариза кәрәк. Ҡыҙғанасҡа күрә балаларҙың ғаиләлә алған белем кимәлен күрһәткән статистика юҡ. Шуға күрә лә һәр ата-әсә баланы уҡытыу ысулын үҙе һайлай ала.
Гүзәл Борханова



