Рәсәй футбол союзының контроль-дисциплина комитеты «Фанком» клубына техник еңелеү яҙҙы

Кировтың һәүәҫкәрҙәр командаһы сентябрҙә Рәсәй Кубогының дүртенсе этабында «Өфө» клубы менән осрашҡайны. Дәғүәселәр пенальти серияһында еңеү яуланы. Уйындан һуң яҡташтарыбыҙ Артем Федчуктың майҙанға сығыуына дәғүә белдерҙе. Сөнки футболсы Рәсәй футбол союзы эгидаһы аҫтында уҙған бөтә ярыштарҙан да бер йылға дисквалификацияланған булған. Һөҙөмтәлә контроль-дисциплина комитеты ағзалары дәғүәне ҡәнәғәтләндереп, Киров клубына 0-3 иҫәбе менән техник еңелеү яҙҙы. Шулай итеп яҡташтарыбыҙ Рәсәй Кубогының бишенсе раундында Красноярскиҙың»Енисей«командаһы менән уйнаясаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ