Баш ҡалала махсус хәрби операцияла һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалғандарҙың ғаилә ағзаларына хәрби дәүләт наградалары. Өфөнөң Киров һәм Ленин райондары хәрби комиссариатында үткән сарала яугирҙарҙың ҡатындары, ата-әсәләре һәм туғандары ҡатнашты. Уларға яҡындарына Рәсәй Президенты һәм Башҡортостан башлығы указына ярашлы хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн бирелгән наградалар тапшырылды.



