Радий Хәбиров Ишембай, Бөрйән, Белорет аша үтәсәк юл төҙөлөшө менән танышты

Был йүнәлеш Өфө-Инйәр-Белорет трассаһына альтернатива буласаҡ, тигән төбәк башлығы социаль селтәрҙәге яҙмаһында. Әле юл Ишембай районының Ҡолғона ауылына тиклем һалына. Артабан Ҡағы менән тоташтырыласаҡ. Төҙөлөш эштәре бер нисә йылға иҫәпләнгән.

Юлдың бер өлөшөнә асфальт һалынған. Эш әле лә дауам итә. Артабан төҙөлөштөң иң күләмле өлөшө -50 саҡрым юл һалырға кәрәк, тине Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров Ишмебай районының Яңы Һәйет ауылында моделле мәҙәниәт йорто төҙөлөшө менән дә танышты. Шундай уҡ учреждениелар Стәрлебаш һәм Дүртөйлө райондарында ла төҙөлөүен хәбәр итте.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ