Ауыл хужалығы компанияһы малсылыҡ һәм үҫемлекселек йүнәлешендә эшләй. Унда етештерелгән продукция эске баҙарҙа ғына түгел, сит илдәрҙә лә һатыла. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Яңы тыуған быҙауҙар тәүҙә ҡоро урында, аҙаҡ бер аҙна самаһы лампа аҫтында тотола. Артабан «өлкәндәр төркөмөнә» күсерелә. Хужалыҡта малдарҙың йәшәү шарттарына иғтибар ҙур. Яңы төҙөлгән ҡурала малҡайҙар төркөмләп урынлаштырылған. Киләсәктә сифатлы продукция һәм юғары һауым алыр өсөн нигеҙ тыуғанда уҡ һалынырға тейеш, шуға күрә быҙауҙарға иң тәүҙә ыуыҙ эсереп өлгөрөү мөһим, ти хужалыҡтың баш зоотехнигы.
Айына хужалыҡта яҡынса 30 малҡай тыуа, уларҙың 75 проценты тиерлек орғасы. Йәмғеһе, 14 йыл эшләп килгән «Восход» кооперативы голштин тоҡомло 900 эре мөгөҙлө мал аҫрай. Әйткәндәй, агрофирма тоҡомсолоҡ хужалығы статусына эйә. Һыйырҙар республика һәм күрше төбәк фермерҙарына һатыла.
Мал аҫрауҙан тыш, хужалыҡта үҫемлекселек тармағы ла иғтибар үҙәгендә. Урып-йыйыу кампанияһы тамамланыу алдында, бының менән бер рәттән игенде киптереү һәм һаҡлау буйынса күләмле эш башҡарыла. Орлоҡтарҙы киптереү комплексы тәүлек әйләнәһенә эшләй.
Кооперативта 10 йылдан ашыу механизатор булып эшләгән Станислав Изибаев ошо көндәрҙә өй туйлаясаҡ. Әле ул ҡатыны менән ҡуртымға алынған йортта йәшәй. Торлаҡ мәсьәләһен хәл итегә ауыл хужалығы предприятиеһы ярҙамлаша. 4 ай эсендә бина ҡалҡып сыға, газ, һыу үткәрелә, электр селтәрҙәре һуҙыла.
Ошондай уҡ өй тағы бер механизаторға төҙөләгән. Киләсәктә предпприятие етәкселеге хеҙмәткәрҙәргә торлаҡ төҙөү йүнәлешен үҫтерергә һәм ауыл ипотекаһы программаһына инергә теләй.
Әлфинә Килдейәрова



