Октябрьский ҡалаһының «Бетеү» ирекмәндәр төркөмө махсус хәрби операцияға өс меңенсе селтәр оҙатҡан

Лилиә менән Константин Вельбойҙар 2022 йылдың көҙөндә мәҙрәсәлә хәрбиҙәргә һәм госпиталдәргә гуманитар ярҙам ойоштора башлай. Йыйылған әйберҙәрҙе Константин Анатольевич махсус хәрби операция биләмәһенә үҙе алып барып тапшыра, ирекмән өс йыл эсендә хәрбиҙәр янына 15 тапҡыр барып ҡайта. Ил яҙмышына битараф булмаған кешеләр тарафынан маскировка селтәрҙәре, дрондан йәшенеү костюмдары, окоп шәмдәре, юрғандар, беләҙектәр, кейем-һалым тегеү буйынса производство яйға һалынған. Махсус хәрби операция зонаһына медицина изделиелары, медикаменттар, ҡорамалдар һәм төҙөлөш материалдары оҙатыла. 2023 йылдың яҙынан ҡала китапханаһында Люциә менән Фәнис Хәйретдиновтар маскировка селтәрҙәре үрә башлай.

Селтәр өсөн туҡыманы төркөмдәштәр үҙ аҡсаһына һатып ала. Быйыл сентябрҙә өс меңенсе юбилей селтәре үрелгән.

Беҙҙең эшкә бөтә ҡала халҡы ҡушылды. Көнөнә дүрт маскировка селтәре үрәбеҙ. Технологияһы 3- Д форматында. Хәрбиҙәр әйтеүенсә, ул нығыраҡ һаҡлай. Тағы ла шуны әйтке килә, ҡатын-ҡыҙҙар селтәрҙе яугирҙарҙың иҫән-һау ҡайтыуын теләп доғалар уҡып үрә.

Лилиә Хәйретдинова, ирекмән
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ