Өфөлә следж-хоккей менән шөғөлләнеүселәргә сана һәм экипировка тапшырылды

Комплектты «Булат» клубының дүрт хоккейсыһы алды. Ветеран яугирҙарҙы спорт йыһаздары менән «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды тәьмин итте. Быға тиклем экипировка һораған 8 яугирҙан ғариза килгән булған. Төбәк филиалының эксперт советы һәр мөрәжәғәтте спортсының физик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, уға яраҡлы форма һайлай. Был бер ҙә осраҡлы түгел, сөнки следж-хоккей махсус хәрби операциянан яраланып ҡайттыусылар өсөн реабилитация йүнәлештәренең береһе булып тора.

Әле «Булат» клубы ҡышҡы «Ватанды һаҡлаусылар кубогы»на әүҙем әҙерләнә. Хоккейсылар Өлфәт Мостафин исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге боҙонда күнекмәләр үткәрә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ