Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы тәрбиәләнеүселәре хәрби ант бирҙе. Ишембай ҡалаһында урынлашҡан уҡыу йортонда уҙған тантанаға курсанттарҙың ата-әсәләре, яҡындары, көс структуралары, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре, хәрбиҙәр саҡырылғайны. Быйыл уҡыу йорто дүрт классҡа йөҙҙән ашыу кадет ҡабул ителгән. Үҫмерҙәр тыуған илгә тоғро хеҙмәт итергә, Ватанды һаҡларға ант бирҙе.
Тантана һәр кадеттың ғүмерендә мәңгелеккә уйылып ҡаласаҡ. Кадеттар бер айы эсендә генә өйрәнеп өлгөргән хәрби оҫталыҡтарын күрһәтте. Тигеҙ сафтарға теҙелеп парадта үтте.



