Сәнғәт белгестәре Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Вәсил Ханнановты шулай баһалай. Вәсил Мирғәзиән улының тыуған көнөндә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының «Эрмитаж» күргәҙмә залында бығаса тамашасы күрмәгән һирәк эштәре күргәҙмәгә ҡуйылды.
Рәссам ижады ҡатын-ҡыҙ матурлығын, башҡорт фольклорын, дини донъяның гармонияһын данлай. Вәсил Ханнанов үҙенсәлекле символдар һәм билдәләр ярҙамында ҡыҙыҡлы образдар һәм силуэттар һүрәтләүсе. Үҙе иҫән сағында ҡыл ҡәләм оҫтаһы 72 шәхси күргәҙмә ойоштора. Төрлө техникала башҡарылған үҙенсәлекле бренд-стилләштерелгән һыйыр символының авторы була. Рәссам Вәсил Ханнанов һәләтле йәштәргә сәнғәттә үҫеш мөмкинлеген бирә, иң яҡшы эштәрен төрлө арт-майҙансыҡтарҙа танытыуға булышлыҡ итә. «Йәшәүҙән һуңғы тормош» күргәҙмәһе рәссамдың эске донъяһы, ҡабатланмаҫ яҙмышлы шәхестең феномены хаҡында бәйән итә.




