Ҡалтасы районы уҡытыусыһына шифаханаға юллама тапшырылды

Һөнәри байрам алдынан-ҡыуаныслы ваҡиға. Ҡалтасы районы Күтәрем ауылы мәктәбе уҡытыусыһына шифаханала һаулығын нығытыу өсөн сертификат тапшырылған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика башлығы Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы шифахана-курорт дауалауы менән тәьмин итеү инициативаһы менән сығыш яһағайны. Сертификатҡа ун йыл стажы булған педагогтар дәғүә итә ала. Ҡалтасы районында был мөмкинлек менән файҙаланыуға 15 уҡытыусынан ғариза ҡабул ителгән. Улар араһынан Күтәрем мәктәбендә йәмғиәтте өйрәнеү, тарих фәндәрен уҡытҡан Лидия Шадрина һайлап алынған. 26 йыл мәктәптә эшләгән Лидия Николаевна Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы.

Уҡытыусылар көнө алдынан шатлыҡлы яңылыҡ тураһында хәбәр иттеләр. Быға тиклем шифаханаларҙа ял иткәнем юҡ ине. Минең хеҙмәтемә иғтибар итеп, баһалағандары өсөн рәхмәтлемен.

Лидия Шадрина, Күтәрем ауылы мәктәбенең йәмғиәтте өйрәнеү һәм тарих уҡытыусыһы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ