Эльмира Саматова «Домашний» телеканалында төшкән сериалда төп роль башҡара

Башҡортостандың халыҡ артисы Эльмира Саматова «Домашний» телеканалы өсөн төшөрөлгән рус сериалында төп ролдәрҙең береһен уйнай.

«Любовь по принуждению» тип исемләнгән сериал киң тамашасыға сентябрь аҙағында күрһәтелде. Режиссерҙар башҡорт актрисаһына тәҡдим менән үҙҙәре сыҡҡан. Билдәле яҡташыбыҙ сериалда үгәй әсә булып уйнай, Режиссерҙар образға тура килгән геройҙы ике ай дауамында эҙләгән. Һөҙөмтәлә социаль селтәрҙә тап Эльмира Саматоваға туҡталалар. Ижади коллектив сериал геройы өсөн тап уның йөҙө һәм типажы тура килеүен билдәләй.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, актриса тамашасыға «Ай ҡыҙы» беренсе башҡорт сериалы аша яҡшы таныш. Бөгөн ул «Халыҡтар дуҫлығы» йортона етәкселек итә, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә лә уйнай.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ