Башҡортостан спортсылары 44 тонналыҡ «Тополь-М» техникаһын һөйрәп рекорд ҡуйҙы

Донъя рекорды. Стәрлетамаҡта башҡорт батырҙары «Тополь-М» хәрби техникаһын 8 метр арауыҡҡа һөйрәне.

Тамашаны ҡарарға килгән халыҡ алдында Денис Ваһапов, Айҙар Байсурин, Рәил Бикмаев һәм Руслан Садиҡов көс күрһәтте. Белеүегеҙсә, легендар Тополь-М 1986 йылда Белоруссияла етештерелгән. МАЗ-7917 шассиһы базаһындағы 27 метрлыҡ ракета комплексы уҡыу техникаһы булараҡ ҡулланыла. Хәрби парадтарҙа даими ҡатнаша. Уның ауырлығы 44 тонна.

Еңел булманы, әлбиттә, хатта тын алыуы ауырлашты. Беҙ маҡсатыбыҙға ирештек, шул иң мөһиме, тип һанайым.

Руслан Садиҡов, рекордсы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ