Республика көнөнә Өфөлә буласаҡ өҫтәл теннисы үҙәгенә нигеҙ ташы һалына

Шулай уҡ аркалы күпер аша транспорт хәрәкәте ебәрелә. Оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын үҫтереү мәсьәләһе лә ҡаралды, баҡсасылар ширҡәттәренә күрһәтелгән дәүләт ярҙамы саралары барланды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш аша бер юлы һигеҙ фельдшер-акушерлыҡ пункты эшмәкәрлегенә старт бирҙе. Модулле объекттар «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» Милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Төбәктә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын яңыртыуға, ауыл медицинаһын үҫтереүгә иғтибар юғары. Республика фельдшер-акушерлыҡ пункттары иҫәбе буйынса ла ил кимәлендә алдынғы урынды биләй.

Саҡмағош районы Рапат ауылында ла яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа индерелде. Медицина учреждениеһы төҙөлөшө башланғысы менән былтыр урындағы халыҡ Башҡортостан башлығының тура линияһына сыҡҡайны. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса объект 2025 йылдың планына индерелде. Хәҙер биләмәлә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Прививка яһатыуҙан алып диспансер тикшереүе ойоштороуға тиклем-фапта барлығы алты йөҙгә яҡын кеше хеҙмәтләндерелә.

Төбәктә юл тармағын һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереү ҙә-өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Республика көнөнә Өфөлә капиталь ремонттан һуң Ағиҙел йылғаһы аша аркалы күпер файҙаланыуға тапшырыла.

Дүрт йыл эсендә генә республикала баҡсасылар ширҡәттәренә күрһәтелгән дәүләт ярҙамы 750 миллион һумдан ашҡан, һөҙөмтәлә 602 биләмәнең инфраструктураһы яҡшырған. Финанс ярҙам юл участкаларын төҙөкләндереүгә, электр селтәрҙәрен яңыртыуға һәм башҡа киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелә. Быйылдан башлап субсидия һәм гранттарға заявкалар ҡабул итеү процессы ла ябайлаштырылған, электрон форматта тапшырыла.

Оператив кәңәшмәлә ураҡ эштәре барышы менән дә таныштырҙылар. Иген һәм иген ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыу 95 процентҡа тамамланған. Уртаса гектар ҡеүәте-27,4 центнер. Майлы культуралар, шәкәр сөгөлдөрөнөң дә уңдырышлылығы юғары.

Ултырышта төбәктәге юл-транспорт ваҡиғалары буйынса статистика ла иғлан ителде. Үлем осраҡтарын кәметеү, аварияларҙы иҫкәртеү маҡсатында рейдтарҙы көсәйтеү бурысы ҡуйылды.

1 декабргә тиклем 2024 йыл өсөн милек, ер, транспорт һалымдарын түләргә кәрәк. Оператив кәңәшмәлә Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәкселеге сығыш яһап, сентябрҙә түләүҙәр буйынса белдереүҙәр таратылыуын билдәләне. Шулай уҡ һалымды учреждениеның рәсми сайтында ла түләргә мөмкин. 1 октябргә булған мәғлүмәттәргә ярашлы, тәүге ике аҙнала ете йөҙ миллион һумдан ашыу түләүҙәр башҡарылған.

Гөлназ Хәйбуллина

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ