Башҡорт донъяһын Европала танытҡан Ирек Байышев Өфөгә килде

Өфөлә Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында башҡорт халыҡ мәҙәниәте, сәнғәте һәм тарихын пропагандалауға тос өлөш индергән шәхестәр менән ижади осрашыуҙар үтә. «Йола» ижади берекмәһе тарафынан тормошҡа ашырылған «Асыҡ тирмә» проекты ҡатнашыусылары был юлы тарихи реконструктор, сит илдә башҡорт мөхитен пропагандалаусы Ирек Байышев менән фекер алышты.

Ирек Фәнүр улы 30 йылдан ашыу Германияла йәшәй. Ошо ваҡыт эсендә ул башҡорт донъяһына бәйле бик күп тарихи факттарҙы киң йәмәғәтселеккә сығара, мәңгеләштереү эшен алып бара. Европала Төньяҡ амурҙарға ҡуйылған таҡтаташ, һәйкәлдәр ҙә тап уның башланғысында тормошҡа ашырылған. Осрашыуҙа ул киләһе йылдарҙа көтөләсәк маҡсаттары, эш пландары менән уртаҡлашты.

Волна
Акции БСТ