Модулле объекттар»Оҙайлы һәм әүҙем тормош«милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Төбәктә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын яңыртыуға, ауыл медицинаһын үҫтереүгә иғтибар юғары. Бер нисә йыл элек кенә төбәктә ФАП-тарҙың 30 проценттан ашыуы авария хәлендә ине. Әле уларҙы заманса модуль конструкциялар алмаштыра. Был йәһәттән республика ил кимәлендә алдынғы урынды биләй.



