Радий Хәбиров Рәсәйҙең иң абруйлы төбәк башлыҡтарының береһе тип танылды

Башҡортостан башлығы «Үтә көслө йоғонтоһо» булғандар төркөмөнә индерелгән. Исемлектә 20 субъект етәксеһе бар. Тикшереүҙе уҙған сентябрь йомғаҡтары буйынса Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар федераль агентлығы үткәргән.

Эксперттар яңы инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙы һәм төбәктәрҙең сәнәғәт потенциалын үҫтереүҙе, социаль инфраструктура төҙөүҙе, газ менән тәьмин итеүҙе һәм яңы ғилми-тикшеренеү үҙәктәрен булдырыу буйынса эште, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам кимәлен иҫәпкә алған.

Эксперттар билдәләүенсә, Радий Хәбиров тотороҡло рәүештә топ-20-гә инә. Был позицияға төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше, стратегик башланғыстар агентлығы рейтингында өсөнсө урын алыуы ыңғай йоғонто яһай. Рейтингты төҙөгәндә шулай уҡ төбәк башлығының һәм уның командаһының һуңғы айҙағы әүҙем эшмәкәрлеге лә иҫәпкә алынған.

Волна
Акции БСТ