Матбуғат йорто алдында гәзит-журналдарға яҙылыу байрамы ойошторолдо

11 октябргә тиклем республикала ваҡытлы матбуғат баҫмаларына ташламалы хаҡҡа яҙылырға мөмкин. Ошо уңайҙан Матбуғат йорто алдындағы майҙанда «Гәзит-журналдарға яҙылыу көнө» үтте. Уҡыусылар араһында квитанциялар буйынса бүләктәр уйнатылды, концерт ҡуйылды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Матбуғат йорто алдында байрамса кәйеф. Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар союзына яңы ағзалар ҡабул ителде, шулай уҡ бер төркөм журналистарға йәмәғәт ойошмаһы наградалары тапшырылды. Йыл һайын октябрь башында билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, шағир һәм журналист Шәһит Хоҙайбирҙинды иҫкә алыу сараһы ла үтә, матбуғат хеҙмәткәрҙәре һәйкәлгә сәскә һала.

Башҡортостанда алты телдә 145 гәзит- журнал нәшер ителә. Ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыу көнөндә редакциялар уҡыусылары менән осрашып, киләһе ярты йыллыҡҡа подписка туплай.

Ваҡытлы матбуғат баҫмаларының һәр редакцияһы яҙылыу кампанияһын уңышлы алып барҙы. Квитанциялар буйынса бүләктәр уйнатылды, ҡул эштәре күргәҙмәһе, билдәле артистар ҡатнашлығындағы концерт-майҙанға халыҡты күп йыйҙы. Заман журналистарҙан яңыртыуҙы, яраҡлашыуҙы үҙе талап итә. «Башҡортостан» гәзите лә уҡыусыларҙың теләктәрен иҫәпкә алып, баҫмаға яңылыҡтар индергән.

Милли матбуғат баҫмалары үҫеп килгән быуында Ватанға, туған телгә һөйөү тәрбиәләй. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән гәзит-журналдар-һәр ғаиләнең алыштырғыһыҙ юлдашы, таянысы.

Матбуғат йорто алдында маскировка селтәре үреү буйынса оҫталыҡ дәресе лә үтте. Гуманитар ылау туплау булһынмы, Донбасс яҡтарына оҙайлы командировкалармы-Башҡортостан журналистары бар яҡлап та әүҙем.

Майҙанда Хәйриә сараһы ла ойошторолдо. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр исеменә гәзит журналдарға яҙылырға мөмкин ине. Акция дауам итә, изге эшкә һәр кем ҡушыла ала

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ