«Холмичи» ҡалаҡсылар ансамблен республикала ғына түгел, унан ситтә лә йыш алҡышлайҙар. Йәш таланттар репертуарында халыҡ композицияларын ла, заманса көйҙәр ҙә бар. Ижади коллектив концерттарҙан тыш, төбәк һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулай.
«Холмичи» өлгөлө театары яңыраҡ 800 мең һумлыҡ президент грантына эйә булған. Коллективта алты йәштән алып ун алты йәшкә тиклемге малайҙар шөғөлләнә. Декабрҙә улар Мәскәүҙең төп сәхнәһендә сығыш яһарға әҙерләнә.




