Башҡортостан йәштәре социаль үҫеш һәм мөмкинлектәр тураһында фекер алышты

Башҡортостандың йәш депутаттар советы ағзалары мәғариф учреждениелары, йәмәғәт ойошмалары һәм халыҡ һайланыусылары менән берлектә түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашып, йәштәр алдында ҡуйылған заман саҡырыуҙары тураһында фекер алышты.

Белем биреү сифаты, социаль лифттарҙың асыҡлығы һәм ҡарарҙар ҡабул итеүҙә ҡатнашыу мөмкинлектәре ҡаралды. Перспектив үҫеш йүнәлештәре булараҡ һанлы иҡтисадты үҫтереү, йәштәр эшҡыуарлығына ярҙам, экологик проекттар һәм биләмәлрҙе үҫтереү буйынса башланғыстар билдәләнде. Осрашыу аҙағында резолюция төҙөлдө, унда дәүләт власы органдары һәм урындағы үҙидаралыҡтарға практик тәҡдимдәр индерелде.

Йәштәрҙе борсоған, улар өсөн көнүҙәк булған мәсьәләләр буйынса һораулама уҙғарғайныҡ. Түңәрәк өҫтәлдә эксперттар, депутаттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында социологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре, йәштәрҙең мәшғүллеге һәм карьера төҙөү мөмкинлектәре барланды.

Кирилл Елизаров, Башҡортостандың йәш депутаттар советы рәйесе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ