Баймаҡтың «көмөш» ирекмәндәре 95-се маскировка селтәрен үрҙе

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға райондан даими ярҙам оҙатыла, бөтә кәрәк-яраҡтар тиҙ арала йыйып алына.

Баймаҡ ирекмәндәре райондың 95 йыллығына 95-се маскировка селтәрен үрҙе. Күптән түгел яңыртылған бинала хәҙер эш өсөн бар уңайлыҡтар булдырылған, кәрәкле тауарҙар ҙа ваҡытында алына.

Маскировка селтәрен үреү еңел эш түгел. һәр бер таҫманы ирекмәндәр изге теләктәрен әйтеп бәйләй. Улы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Венера Әминева Еңеү өсөн ҙур тырышлыҡ һалыр эшләй

Миңзәлә Ямантаева лагир әсәһе. Көн һайын Мерәҫ ауылынан килеп махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамға үҙ өлөшөн индерә. 3 йәшлек ейәне Салауат та изге эштән ситтә ҡалмай.

Өлкән йәштәге егәрле ирекмәндәр селтәр үреү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, тәжрибәләре менән уртаҡлаша. Был изге эшкә теләгән һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн бары тик буш ваҡыт һәм иң мөһиме-теләк кенә кәрәк.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ