Өфө районының Урыҫ-Юрмаш ауылында янғында зыян күргән ғаиләгә ярҙам кәрәк

4 октябрь төнгө сәғәт 11-ҙән һуң Вера Хрычева менән Виталий Григорьевтың ғаиләһенең өйөндә янғын сыға. Ут Совет урамындағы бер ҡатлы ике фатирлы ағас йортто ялмап ала. Уны ғаилә башлығы үҙаллы һүндереп ҡарай, әммә үҙе төрлө тән йәрәхәттәре ала. Бәхеткә, бер кем дә зыян күрмәй, әммә Матвей, Мирон һәм Макар исемле өс ул үҫтергән ғаилә торлаҡһыҙ ҡалған.

Шартлау тауышы ишетелде. Ишек яғынан өй эсенә ҡуйы төтөн инә башланы. Ишекте асып ҡарағанда өйҙән сыға торған яҡты ут ялмап алған ине. Мин юғалып ҡалдым. Ул көндө беҙгә ҡунаҡҡа апайым ғаиләһе менән килгән ине. Ирем тәҙрәне ярып, йоҡларға ятҡан балаларҙы ҡотҡара башланыҡ.

Вера Хрычёва, зыян күреүсе

Бөтөнләй мөлкәтһеҙ ҡалған ғаилә әлеге ваҡытта туғандарында урын тапҡан-улар мунсаның икенсе ҡатында йәшәй. Янғында зыян күреүсе ғаиләгә теләгән һәр кем ярҙам итә ала. Иғәнәләрҙе Вераның әсәһе Ольга Юрьевна Папонованың иҫәбенә күсерергә мөмкин. Телефон һандары Сбербанк картаһына бәйләнгән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ