«Берҙәм Рәсәйҙең» йәмәғәт ярҙамы штабында почетлы ҡунаҡтар ауыл хужалығы техникаһы күргәҙмәһен ҡарап,беренсе Бөтә Рәсәй «Аграр диктанты»нда ҡатнашты. Башҡортостанда агродиктант 8 октябрҙән 12-нә 350-нән ашыу диктант яҙыу пунктында уҙғарыласаҡ. Ауыл хужалығы буйынса иң күп диктант яҙыусылар Башҡорт дәүләт аграр университетында теркәлгән. Улар студенттар, уҡытыусылар һәм хеҙмәткәрҙәр-йәмғеһе 2700 кеше. Әйткәйндәй, диктант яҙыу пункттары һәм уны яҙыусылар һаны буйынса ла Башҡортостан Рәсәйҙә алдынғы урын биләй.



