Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә бер ҡасан да һуң түгел. Быны «Көмөш старт» федераль программаһында ҡатнашыусылар иҫбатлай. Өфөлә «Эффектив һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты буйынса тормошҡа ашырылған проект нигеҙендә уҡыуҙар башланды. Унда ҡатнашыусылар ун көн дауамында баш ҡалала уҡыуҙар үтә, артабан үҙ бизнес- проектын яҡлай. Еңеүсегә 150 мең һумлыҡ грант ҡаралған. «Көмөш старт»та ҡатнашыусылар 60 йәштән өлкән, яңы ғына үҙ эшен башлаған, йә бизнес менән шөғөлләнергә теләүсе өлкәндәр.



