Өсөнсө йыл рәттән ойошторолған ярыш 50-гә яҡын ҡатнашыусыны берләштерҙе. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Уҡтан атыу-тәүәкәллек һәм мәргәнлекте талап итә. Ата-бабаларҙан ҡалған мираҫ һуңғы йылдарҙа айырыуса таралыу ала. Көйөргәҙе районы быйыл да уҡтан атыусыларҙы бер урынға йыйҙы. Ҡатнашыусылар ҡорал менән оҫта эш итеүен күрһәтте, ә тамашасылар ярышты күҙәтеп уҡсыларҙы дәртләндерҙе.
Башҡорт халҡының милли батыры иҫтәлегенә арналған уҡтан атыу буйынса асыҡ турнир Кинйә Арыҫлановтың бюсына сәскә һалыуҙан башланды. Бәйгелә республиканың төрлө район-ҡалаларынан 50-гә яҡын кеше ҡатнашты.
Ярышта быйыл тәүге тапҡыр Ырымбур өлкәһе спортсылары ла көс һынашты.
Туринир еңеүселәре балалар, 17 йәшкә тиклемге егет-ҡыҙҙар, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар номинацияларында асыҡланды. Улар грамота-миҙалдар, шулай уҡ аҡсалата сертификаттар менән бүләкләнде. Еңеүселәр кубогын Ауырғазы районы командаһы яуланы.
Әлфинә Килдейәрова



