Радий Хәбиров Тажикстан хөкүмәте ҡарамағындағы дәүләт матди резервтары буйынса агентлыҡ директоры Нурмахмад Ахмадзода менән осрашты. Яҡтар ике республика араһында иҡтисади хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләре тураһында фекер алышты.
Уртаҡ проекттарҙан Рәсәй-Тажикстан индустриаль технопаркына айырыуса иғтибар бүленде. Иң мөһиме беҙҙе эшлекле бәйләнештәр һәм партнерлыҡты үҫтереү теләге берләштерә, тине Радий Хәбиров. Тажикстан яғы Башҡортостандан нефть продукцияһын һатып алыу менән ҡыҙыҡһына. Шулай уҡ ауыл хужалығында ла хеҙмәттәшлек итеү теләген белдерҙе.




