Радий Хәбиров Тажикстанда ике баланы ҡотҡарған студенттың ғаиләһе менән осрашты

Тажикстанда Радий Хәбиров Ағиҙелдә бата башлаған ике баланың ғүмерен ҡотҡарған студенттың ата-әсәһе Парвина һәм Саидакбар Каландаровтар менән осрашты. Республика башлығы әйтеүенсә, Хаджимурод үҙ ғүмерен аямай кеше ҡотҡарған ысын герой.

Башҡорт дәүләт аграр университетының беренсе курсында белем алған студент 2020 йылда йылғала бата башлаған ике баланың ғүмерен ҡотҡара, әммә үҙе һыуҙан сыға алмай. Радий Хәбиров егеттең кәүҙәһен тыуған яғына ҡайтарыу менән шәхсән шөғөлләнде. Шул ваҡытта уҡ лайыҡлы кеше тәрбиәләүсе ата-әсә менән танышырға теләгем тыуҙы, тине төбәк етәксеһе. Дүшәнбелә Башҡортостан башлығы Хаджимурод Каландаров уҡыған мәктәпте лә барып күрҙе. Педагогтар, уҡыусылар менән аралашты. Саидакбар Усман улы һәм Парвина Сәлим ҡыҙына сикһеҙ хөрмәтен еткереп, Башҡортостанға ҡунаҡҡа саҡырҙы.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ