«Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса республикала төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге 12 күпер норматив хәлгә килтерелә. Уларҙың күбеһе туристик объекттарға алып барған юлда, терәк юл селтәренә ингән трассаларҙа урынлашҡан. Был турала бөгөн Башҡортостандың юл Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова хәбәр итте. Хәйбулла районы менән Ырымбур өлкәһе сигендә Таналыҡ йылғаһы аша һалынған күпер йыл аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Авария хәлендәге объект өҫтөндә капиталь ремонт былтыр башланғайны.



