Өфөлә Ҡайтарылған исемдәр музейын булдырыу буйынса эш дауам итә

Республика үҫешенә ҙур өлөш индергән, әммә нахаҡҡа юҡ ителгән исемдәрҙе тергеҙеү маҡсаты ҡуйылған. Әлегә иллегә яҡын исем раҫланған, тағы ла 13 кандидат буйынса документтар ҡарала. Башҡортостан Милли музейында ойошторолған түңәрәк өҫтәлдә башҡарма власть органдары, мәҙәниәт учреждениелары вәкилдәре музей эскпозицияларына тәҡдим ителгән яңы материалдар менән танышты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡайтарылған исемдәр музейы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән ойошторола. Ул иҫәп буйынса Милли музейҙың 12-се филиалы буласаҡ.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ