Быуаттар аша ҡараш... Раил Кузеев исемендәге этнологик тикшеренеүҙәр институтының археология һәм этнография музейында баш һөйәге буйынса кеше йөҙөнөң антропологик реконструкцияһы сәнғәтенә арналған күргәҙмә асылды. Экспозициялағы эштәрҙең авторы-ғалим-антрополог Алексей Нечвалода. Ул күп йылдар Көньяҡ Урал, Көнбайыш Себер, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Иран һәм башҡа илдәрҙә, Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән кешеләрҙең йөҙ-һындарын эшләй. Яңы экспозицияла скульптура портреттары серияһы тәҡдим ителгән. Һәр бюст-оҙайлы һәм тынғыһыҙ эш һөҙөмтәһе, археологик эҙләнеүҙәргә нигеҙләнеп башҡарылған.




