Мөкәрим Төхвәтшин исемендәге китапхана 90 йыллығын ғилми-ғәмәли форум менән билдәләне

Өфөнөң «Торатау» конгрес холында Мөкәрим Төхвәтшин исемендәге Республика һуҡырҙар китапханаһының 90 йыллығына арналған ғилми-ғәмәли конференция үтте.

Профессиональ форум кешенең сикһеҙ мөмкинлектәрен сағылдырған ысын байрамға әүерелде.Туҡһан йыл дауамында китапхана күреү мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн өмөт маяғы булып тора. Заманса мәҙәни үҙәктә һәр китап уҡыусы ярҙам ала, аңлау һәм яңы дуҫтар таба. Төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияла Рәсәйҙең 18 төбәгенән эксперттар, Ҡырғыҙстан вәкилдәре ҡатнашты.

Конференцияла ҡатнашыусылар төрлө халыҡтарҙың һәм этник төркөмдәрҙең мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән уңышлы практикалар менән алмашты. Юбилей конференцияһы һуҡыр кешеләр өсөн китапхана эшен үҫтереүҙә мөһим аҙым.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ