Үҙ эшеңде асыу. Бизнес-шериф ярҙамында Бишбүләк районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың яңы субъекттары үҫешә. Айыт ауылында ла бер-нисә кеше үҙ эшен асҡан. Йүнселдәргә дәүләт ярҙамы һәм үҙ эшен асыу юлдарын БЮТ ижади төркөмө лә өйрәнде. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Был ерҙә 20 саҡрым тирәһендә конкуренттар юҡ. Үҙ-үҙен хеҙмәтләндереүсе йыуыу комплексы урындағы автомобиль хужалары һәм юлсылар араһында ла популяр. Күрше бокста ҙур булмаған сервис һәм тәгәрмәс монтажлау пункты бар.
Айыт ауылында тыуып үҫкән Урал Әхмәҙиев быға тиклем себерҙә эшләгән. Хаҡлы ялға сыҡҡас, өйҙә ултырырға теләмәй эш асырға теләп, төрлө юлдарын өйрәнә. Һөҙөмтәлә юл буйы сервисында туҡтала. Уның теләген бизнес-шериф та хуплап, ярҙам итә, ер участкаһын ҡуртымға ала. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү һәм уларға ярҙам итеү муниципаль программаһы буйынса объектҡа газ үткәреү буйынса сығымдарҙы ҡаплауға субсидия ала.
Бишбүләк районының бизнес- шерифы менән осрашыуҙар хакимиәт кабинеттарында ғына уҙғарылмай. Иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары үҙе лә эшҡыуарҙар янында йыш була. Социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙамды Айыт ауылынан Илһам Мөлөков алған. Ул ағас әйберҙәр эшләү цехын асҡан. Был һөнәргә бала сағында олатаһынан өйрәнгән. Ярҙам программаһы буйынса һатып алынған ҡорамалдарҙы ҡулланып ишектәр, шкафтар, карауаттар һәм башҡа мебель эшләй. Хәҙер етештереүҙе арзанайтыу өсөн пилорама асырға ниәтләй.
Мөлөковтар был бизнеста тотош ғаиләһе менән. Илһам өсөн ышаныслы таяныс-уның ҡатыны Эльвира. Ағас юнысҡылары күп булһа ла, эш туҙанлы түгел, арып өлгөрмәйҙәр
Республиканың һәр ҡала һәм районында бизнес-шерифтар әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Яңы эш башлаған эшҡыуарҙар уларға тәүлек әйләнәһенә үҙҙәрен борсоған мәсьләләр буйынса мөрәжәғәт итә ала. Бергәләп эшләгәс, һөҙөмтәләр яҡшы.
Башҡортостанда бизнес-шерифтар институты һөҙөмтәле эшләй, эшҡыуарҙар мөрәжәғәттәренең 80 проценттан ашыуы хәл ителгән. Былтыр бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙамға миллиард һум аҡса бүленгән. Ә Республика ыңғай тәжрибәһен Рәсәйҙең күп кенә төбәктәре үҙендә ҡуллана башлаған.
Гүзәл Борханова



