Башҡорт ҡурсаҡ театрында һуҡыр балалар өсөн «Красная шапочка» сәхнәләштерелде

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында «Уңайлы театр» проекты сиктәрендә һуҡыр һәм күреү һәләте насар балалар өсөн «Красная шапочка» спектакле ҡуйылды. Проектты театр «Рухиәт» автономиялы коммерция булмаған ойошма менән берлектә Президент гранттары Фонды ярҙамында тормошҡа ашыра.

Ҡурсаҡ театры сәхнәһендә «Красная шапочка» әкиәте. Тамаша залының тәүге рәтендә ултырыусы балаларҙың башы аҫҡа эйелгән. Тыумыштан күреү һәләте насар булған малай-ҡыҙҙар сәхнәләге сағыу төҫтәрҙе, ҡурсаҡтарҙы күрмәй.

Әммә улар иғтибар менән тефлокомментаторҙы тыңлай. Сәхнәлә барған хәрәкәттәрҙе күҙ алдына килтерергә тифлотәржемәсе ярҙам итә. Күреүҙән мәхрүм балалар өсөн бындай проект буйынса әкиәт беренсе тапҡыр ҡуйыла. Ул Президент гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған.

Әкиәтте ҡарарға Нефтекама ҡалаһынан да балалар килгән. Күптәре Ҡурсаҡ театрында тәүге тапҡыр. Күҙҙәре күрмәгән сабыйҙар өсөн был махсус тамаша түгел, залда сәләмәт балалар ҙа бар.

«Уңайлы театр» проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыусылар театр репертуарына тифлокомментарий индереү перспективалары һәм инклюзив сәнғәттең башҡа аспекттары буйынса фекер алышыу ойошторҙо.

Ҡурсаҡ театрында тифлокоментарий менән әкиәттәр киләсәктә лә ҡуйыласаҡ. Тимәк, яҙмыш ҡушыуы буйынса әле бында булмаған балалар ҙа килеп тифлотәржемәсе ярҙамында сәхнә әҫәрҙәре «ҡарай» аласаҡ.

Рәмилә Исмәғилева

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ