Баймаҡта «Ҡурайсылар төйәге» тип исемләнгән кисә үтте

10 октябрҙә Башҡортостандың иң сағыу символдарының береһенә арналған Ҡурай көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында «Ҡурайсылар төйәге» тип исемләнгән кисә үтте.

Мәҙәни сарашулай уҡ Буранбай сәсәндең тыуыуына 260 йыл тулыуға ла арналды. Баймаҡ ере-ҡурайсылар төбәге. Шуға күрә лә район биләмә-ара үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре «Ҡурайсылар төйәге» библиокүрһәткесе өҫтөндә эшләне һәм уның исем туйын билдәләне.

Халыҡ уйын ҡоралдарын йәш быуынға өйрәтеү, уҡытыу, уларҙы тергеҙеү менән Ғата Сөләймәнов исемендәге сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары шөғөлләнә. Талантлы үҙешмәкәр композитор Хәлил Биктимеров та бына инде 35 йыл башҡорт музыка ҡоралына тоғро ҡала. Ул балаларға «Ҡурай өсөн көйҙәр» йыйынтығын да баҫтырған.

Ҡурай көнө уңайынан ойошторолған сарала «Йәнгүҙәй» әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары башҡорт халҡының уникаль музыка ҡоралы тураһында шиғырҙар тәҡдим итте, яҡташ ҡурайсылар сығыш яһаны. Илаһи моңға сорналған кисә бик рухлы үтте.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ