Өфөнән Рәмилә менән Динар Йомағужиндар алтын туйҙарын билдәләне

Ярты быуаттан ашыу ҡулға-ҡул тотоношоп. Бөгөн Өфөнән Рәмилә менән Динар Йомағужиндар алтын туйҙарын билдәләне. Тантаналы сара баш ҡаланың Киров ЗАГС-да үтте. Әйткәндәй, Рәмилә Йомағужина үҙе лә егерме йылдан ашыу Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү идаралығында эшләһә, ә уның тормош иптәше Динар Ҡәнзәфәр улы беҙҙең коллегабыҙ, «Юлдаш» радиоһында. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Сөнки Рәмилә Йомағужина Башҡортостандың Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү идаралығы етәксеһе булған осорҙа бик күп ғаилә институттарын булдырған шәхес. Уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм һаҡлау өлкәһендә лә фиҙаҡәр хеҙмәт итә. Үҙе лә тормош иптәше Динар Ҡәнзәфәр улы менән башҡаларға лайыҡлы өлгө булып тора.

Өлгөлө ғаиләгә ҡарап һоҡланмау, мөмкин түгел. Йомағужиндарҙың тормошо матур китапҡа торошло.

50 йылдан һуң йәнә Мендельсон маршы. Тулҡынландырғыс һәм шатлыҡлы мәлде Йомағужиндар етәкләшеп үтте. Алтын туйҙа улар тағы кейәү менән кәләш. Йөрәктәрҙә шул уҡ саф һөйөү, ә сәстәргә сал ҡунған һәм бәхетле парҙы туй көнө менән ҡотларға яҡындары, хеҙмәттәштәре, ведомство етәкселеге килде.

Ике бала тәрбиәләп үҫтергән Рәмилә менән Динар Йомағужиндар биш ейән-ейәнсәргә олатай-өләсәй ҙә. Алтын туйҙарын билдәләүсе матур пар артабан зөбәржәт, гәүһәр туйҙарҙы ла бөгөнгөләй бергә билдәләргә һүҙ биреште.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ