Был дата Республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса уҙған йылда булдырылды. Өфөлә республика дәүләт ҡурайсылар ансамбле барлыҡҡа килде. Коллектив бер йыл эсендә район һәм ҡалаларҙа, сит төбәктәрҙә 100-ҙән ашыу концерт тәҡдим итте. Ансамблдең художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов һөйләй.
Бөгөн Өфөлә Башҡортостан дәүләт Ҡурайсылар ансамбленең концерты уҙа. “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ойошторолған сара 6 йәштән өлкән тамашасыға тәғәйенләнә.




