Вице-премьер – Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ошо турала белдерҙе. 300-гә яҡын баҡса юлы төҙөкләндерелгән. 63 ширҡәттә электр иҫәпләгестәр ҡуйылған. Баҡса йорттарында йәшәүселәргә янғын иҫкәртеү ҡоролмалары алына. 2023 йылда 3 мең самаһы мини-сирена таратылған. Быйыл баҡса биләмәләрендә янғындар кәмене, тине Илшат Фәзрахманов. Баҡсасылыҡ ширҡәттәре Башҡортостан башлығы грантын алырға хоҡуҡлы. Уның суммаһы ярты миллион һум.




