108 кешенең ғүмере өҙөлгән. Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, иң күп ағыуланыусылар Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Благовещен ҡалаларында теркәлгән. Башҡортостанда ялған араҡы менән көрәш дауам итә. Йәмәғәт акциялары ойошторола. Шулай уҡ “Айыҡ ауыл” конкурсы үтә. Уға 1 сентябрҙә старт бирелде. Был проект айыҡ тормош рәүешен пропагандалай, яҡташтарҙы берләштерә, биләмәләрҙе төҙөкләндерергә ярҙам итә.




