Ошо турала ҡарар проекты Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында донъя күргән. Уның буйынса фекер алышыу ойошторола. 8 октябргә тиклем тәҡдимдәр ҡабул ителә. Документты Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры раҫларға тейеш. Федераль ҡаҙна проектына ярашлы, илдә йәшәү минимумы 18 мең һум самаһы була.





