Быйыл «Үҫеш биләмәһе» үҙенең биш йыллығын билдәләй. Быға тиклем форум форматында үткән проект тулы ҡеүәттә 2021 йылда эшләй башлай. Әлеге ваҡытта «Үҫеш биләмәһе» республика буйлап 32 резиденцияны берләштерә. Уларҙың һәр береһендә йәштәр остаздары менән берлектә проекттар яҙа, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Әйткәндәй, биш йыл эсендә 4 миллион һумдан ашыу грант отҡандар. Семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова сәләмләне.
Йәштәр йортонда үткән сарала Мәскәү ҡунағы-Шкулев медиахолдингының креатив директоры Оксана Маклакова ҡатнашты. Семинар-кәңәшмәлә үткән миҙгелгә йомғаҡ яһалды, киләһе йылға маҡсаттар билдәләнде. Осрашыу барышында төрлө резиденция вәкилдәре лә сығыш яһаны. Иң әүҙем лидерҙар һәм остаздар бүләкләнде.



