Өфө студенттары үҙҙәре етештергән хуш еҫле шәмдәрҙе һатыуға сығарған

Тотош ил буйынса таралған продукция ассортиментында интерьер өсөн диффузорҙар, автопарфюм да бар. Үҙмәшғүл булараҡ теркәлгән йәштәр менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина аралашты. Тулыраҡ киләһе материалда.

Хуш еҫле шәм эшләү ҡатмарлы түгел. Башта буш һауыт уртаһына филтә нығытыла, артабан иретелгән балауыҙға билдәле пропорцияла хуш еҫле май ҡушыла. Артабан әҙер һауытҡа ҡатнашманы бушатырға ғына ҡала. Бер-ике аҙнанан хуш еҫле шәм әҙер ҙә була. Өфө студенттары Михаил Ларин менән Арина Маврина был шөғөлгә ярты йыл элек кенә тотонған. Бөгөн улар уңышлы сауҙа итә.

Күптән үҙ эшемде асырға теләгәйнем. Оҙайлы эҙләнеүҙәрҙән һуң шәмгә туҡталдыҡ. Башҡа эшҡыуарҙарҙың тәжрибәһен өйрәнгәндән һуң, тағы ла яҡшыраҡ һәм сифатлыраҡ итеп етештереү маҡсатын ҡуйып эш башланыҡ. Идеянан алып күләмле производствоға тиклем-минеңсә, тырышлыҡ булғанда барлыҡ маҡсаттарға ирешергә мөмкин.

Михаил Ларин, премиаль хуш еҫле продукция етештереүсе

Тәбиғи сеймалдан етештерелгән хуш еҫле продукцияға ихтыяж юғары, башта улар ҡала сауҙа нөктәләрендә генә һатылһа, яңыраҡ маркетплейста ла тауар линейкаһы барлыҡҡа килгән. Өфөләге гастрономия фестивалендә ҡатнашыу брендты танытыу мөмкинлеге биргән.

Брендтың төп идеяһы тәбиғәткә бәйле, продукция линейкаһында емеш-еләк, сәскәләр һәм ағастарға, шулай уҡ айырым миҙгелгә тура килгән хуш еҫтәр бар. Әле урамда октябрь, көндәр һалҡынайтты, был ваҡытта айырыуса кис өйгә ҡайтып, юрғанға төрөнөп, шәм яндырғы килә. Тап ошо хуш еҫтәр күңелде йылыта.

Арина Маврина, премиаль хуш еҫле продукция етештереүсе

Йәштәр социаль селтәрҙәр аша брендты танытыу йүнәлешендә эшләй, шулай уҡ уртаҡ хыялдары ла бар-производствоны киңәйтеп, хуш еҫле продукция ассортиментын арттырыу. Республика көнөндә беҙҙең телеканал тамашасыларына теләктәрен дә еткерҙеләр.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ