Өфөлә ҡурайға арналған тәүге ҙур күргәҙмә эшен башланы

Башҡортостандың Милли музейында «Ҡурай-башҡорт халҡының йәне» тип исемләнгән беренсе күләмле күргәҙмә асылды. 8 тематик зонаға бүленгән экспонаттар араһында сәхнә костюмдары, һирәк осраған китаптар, нота баҫмаларын һәм архив фотоһүрәттәрҙе күрергә мөмкин. Ҡурайсы-педагог Ғата Сөләймәновтың нота дәфтәренең төп нөсхәһе күргәҙмәнең иң әһәмиәтле экспонаттары иҫәбендә. Фольклорсы булараҡ ул 250 боронғо йыр һәм легенда йыйып яҙҙырған, шуларҙың 150-һен ҡурай өсөн эшкәртә. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары, ғөмүмән, экспозиция аша төрлө йылдарҙа оҫталар тарафынан эшләнгән ҡурай төрҙәрен дә барлай ала.

Күргәҙмәне асыу тантанаһында бөйөк ҡурайсылар, хәҙерге виртуоз башҡарыусылар һәм милли уйын ҡоралы оҫталары иҫкә алынды. Сарала ҡатнашыусылар ҡурайҙың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы әһәмиәтенә айырым туҡталды. Экспозиция республика башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы, быйыл тәүгә билдәләнгән Ҡурай көнө сиктәрендә махсус ойошторолған. Экспонаттар менән теләге булған һәр кем 5 ноябргә тиклем таныша ала.

Волна
Акции БСТ