Республика көнө алдынан яҙыусылар менән журналистар осрашты

«Берҙәмлектә-көс» тип исемләнгән түңәрәк өҫтәл артындағы һөйләшеү яңыртылған Башҡортостан яҙыусылар союзы бинаһында үтте. Осрашыуҙа яҙыусылар, республиканың төп баҫмаларының баш мөхәррирҙәре, журналистар сығыш яһаны. Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов йылдың иҫтәлекле һәм тарихи ваҡиғаларға бай булыуын билдәләне. Дүрт ай элек Башҡортостан яҙыусылары яңыртылған бина туйлағайны. Ул Рәсәйҙең бренд сараларына әүерелгән «Китап-байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһенә тура килде. Яҙыусылар йорто әҙәбиәт ҡунаҡханаһын, күргәҙмәләр залын, скверҙы берләштерә.

Волна
Акции БСТ