Өфөлә бер юлы ике ижади коллектив тамашасыға яңы йырҙарын тәҡдим итте

Республика көнө уңайынан «Хазина» этно-проекты менән «Тауыштар» вокал проекты композицияларының исем туйы үтте. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

«Уралым» башҡорт халыҡ йырын нисәмә быуын тамашасыһы яратып һәм ғорурланып тыңлай. Һәр дәүерҙә лә уның үҙ тәғәйенләнеше. Әле киң аудиторияға халыҡ йыры бөтөнләй икенсе йүнәлештә тәҡдим ителде. Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының опера башҡарыусыларынан торған «Тауыштар» вокал проектының сираттағы ижад емешен тамашасылар юғары баһаланы.

Ил кимәлендә генә түгел, Урта Азия халыҡтары араһында ла киң билдәлелек алған ижади коллектив йәнә тамашасы күңелен яуланы. Был юлы «Хазина»лар башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары аша Башҡортостандың хозур тәбиғәтен күрһәтте. Бер тынала ҡаралған 4 минутлыҡ видеояҙма ата-бабалар рухы менән һуғарылған, башҡорт мифологияһы ла индерелгән.

Видеояҙманың исем туйы концерт программаһы менән үрелеп барҙы. Ижади коллектив репертуарҙарындағы яңы көй-моңдарҙы уйнап ишеттерҙе. Композицияларҙы этно-проектың рәсми төркөмө аша тыңларға мөмкин.

Азат Ғәлиуллин

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ