Сағыу гөлләмәләр, уҡытыусыға сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәре. Федоровка районының Бала Сытырман урта дөйөм белем биреү мәктәбе 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Тантаналы сара белем усағын төрлө йылдарҙа тамамлаусылар һәм педагогтарҙы осраштырҙы.
Тулҡынландырғыс минуттар-мәктәптең 100 йыллыҡ юбилей тантанаһына ҡыңғырауҙы ауылдың тәүге уҡытыусыһы Һаҙый Ибраһимовтың ҡыҙы Суфия Күскилдина менән беренсе класс уҡыусыһы бирә. Республиканың иң өлкән белем усаҡтарының береһе 1925 йылдың көҙөндә тәүге уҡыусыларын ҡабул иткән. Ошо ваҡыттан алып бер быуат дауамында мәктәп тарихы ил яҙмышынан айырылғыһыҙ. Тәүҙә наҙанлыҡҡа ҡаршы көрәш, һуңынан колхозлашыу һәм Бөйөк Ватан һуғышы осоро һәм унан артабанғы йылдарҙа ла ауыл мәктәбе һәр эштең башында тора.
Әлеге ваҡытта төп уҡытыу программаһынан тыш, белем усағы хәрби-патриотик тәрбиә, спорт һәм эҙәрмәнлек-тикшеренеү йүнәлештәрендә лә уңышлы эшләй. Мәктәптә «Үҫеш нөктәһе» кабинеты һәм «Рәсәй патриоты» хәрби-илһөйәрлек клубы булдырылған. Һуңғы йылдарҙа мәктәп уҡыусылары берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса районда алдынғы урынды биләй.
Мәктәпте тамамлаусылар араһында төрлө һөнәр эйәләре-сәнәғәт, аграр тармаҡ белгестәре, табиптар, уҡытыусылар, ғалимдар һәм журналистар ҙа бар. Төрлө йылдарҙа Бала-Сытырман урта мәктәбен 2835 уҡыусы тамамлаған. Мәктәп вальсы дауам итә.
Гөлдәр Йосопова



