Өфөлә тарихи йөҙөн һаҡлаған Ағиҙел күпере асылды

Тарихи йөҙөн һаҡлаған яңыртылған күпер. Республика көнөндә өс йыл дауамында алып барылған ремонт эштәренән һуң, транспорт хәрәкәте ебәрелде. Объектты белгестәр элекке стиленә ҡарап төҙөкләндерергә тырышҡан. Уны асыу тантанаһында республика башлығы ла ҡатнашты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ағиҙел йылғаһы аша һалынған аркалы күперҙе тәүгеләрҙән булып төҙөлөш һәм юл хужалығы техникалары һынаны. Унан һуң, яңы объект буйлап ретро машиналар үтте. Был төр автомобилдәр иһә элекке күпер ҡоролмаһы менән бер йәштә.

Етмеш йыл элек төҙөлгән Ағиҙел күпере иҫкереү сәбәпле уның буйынса хәрәкәт итеү хәүефле тип табылып, 2022 йылда ремонтҡа ябыла. Уникаль, бер үк ваҡытта ҡатмарлы объектты яңыртыу өсөн Рәсәйҙә эшләүсе берҙән-бер ойошма һәм тәжрибәле белгестәр йәлеп ителә.

Күперҙе сафҡа индереүҙә яҙғы ташҡында һыу күтәрелеүгә бәйле тотҡарлыҡтар ҙа ҡамаусауламаған. Күләмле проектҡа ярашлы күперҙең тышҡы йөҙө, дизайны һаҡланып ҡалған-уның иҫке өлөшөн яңыртыу, ҡоролмаларҙы алмаштырыу өсөн 4 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтелгән.

Ағиҙел аша аркалы күпергә, тейешле талаптарға ярашлы, тест һынауы ла үткәрелгән. Ул динамик статик өлөштәрҙән тора. Күпереҙе тикшереү өсөн ҙур йөк тейәгән транспорт үтте. Һынауға Мәскәүҙән килгән «Мосты» ғилми-тикшеренеү институты етәкселек итә. Күперҙең тейешле урындарында улар күрһәткестәр биреүсе датчиктар ҙа урынлаштырҙы. Төҙөлөш өс йыл дауамында республика башлығы күҙәтеүендә булды..

Ете тиҫтә йылдан һуң, үҙенең элекке урынына «Күгәрсен менән ҡыҙ» скульптураһы ла ҡайтатырылды. Аркалы күпер эргәһендәге арт объект архив кадрҙары буйынса тергеҙелгән.

Әгәр уның бер яғында объектҡа нигеҙ һалынған йылдар күрһәтелгән булһа, ә икенсе өлөшөндә ремонт ваҡыты. Аркалы күпер аша үткән йәйәүлеләр, шулай уҡ махсус ҡалдырылған Совет заманы символикаларына ла иғтибар итә ала. Әлегә был эштең башы ғына. Тулы реконструкцияһы һәм күперҙең тирә-яғын күркәмләндереү 2026 йылда тамамлана.

Азат Ғәлиуллин

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ