Радий Хәбиров «Көслөләр һайлауы» Бөтә Рәсәй конференцияһында ҡатнашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Берҙәм Рәсәй партияһының «Көслөләр һайлауы» федераль проектының Бөтә Рәсәй конференцияһында ҡатнашты.

Көрәш спортын үҫтереү, илһөйәр йәштәр тәрбиәләү һәм илдең кадрҙар резервын булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған проект өс федерацияны-дзюдо, самбо һәм спорт көрәшен берләштерә. Башҡортостан башлығы үҙенең сәләмләү һүҙендә республикала ошо йүнәлештәрҙе үҫтереүгә етди иғтибар бүлеүен билдәләне. Шулай уҡ, төбәк етәксеһе ярыштар уҙғарыу өсөн Көрәш һарайы майҙанын ҡулланыуҙы тәҡдим итте.

«Көслөләр һайлауы» федераль проекты Башҡортостанда әүҙем тормошҡа ашырыла, ә Көрәш һарайы Рәсәйҙә иң яҡшы махсуслашҡан майҙансыҡ. Был турала проекттың йәмәғәт советы рәйесе, өс тапҡыр олимпия уйындары чемпионы Александр Карелин хәбәр итте. Бөтә Рәсәй конференцияһында спортсылар, проект координаторҙары, хөкүмәт вәкилдәре ҡатнашты. Бынан тыш, видеоконференция аша Рәсәйҙең 56 төбәге менән бәйләнеш булдырылды.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ