Ейәнсура районы 95 йыллығын яңы проекттар һәм фольклор байрам менән ҡаршыланы

Ейәнсура районы ойошторолоуға 95 йыл. Юбилей уңайынан төбәктә бер нисә объект сафҡа инде. Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт-гимназия интернаты янында ГТО нормаларын тапшырыу, «Айыҡ ауыл» конкурсы еңеүселәре Кинйәбулатта балалар өсөн ял майҙансыҡтары асылды. ЗАГС эргәһендә «Ғашиҡтар йөрәге» объекты барлыҡҡа килде. Тарихи дата айҡанлы районда байрам саралары-«Йырлы бишегем-Ейәнсура» фольклор байрамы үтте. Район мәҙәниәт йортонда хеҙмәт алдынғылары бүләкләнде, фойела бай йөкмәткеле күргәҙмә әҙерләнгәйне. Тулыраҡ киләһе репортажда.

Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда хәҙер ГТО нормаларын тапшырыу өсөн икенсе майҙансыҡ бар. «Спорт-тормош нормаһы» проекты буйынса тормошҡа ашырылған объект Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында тура эфирҙа асылды. Уҡыусылар үҙҙәрен ГТО программаһына ингән спорт төрҙәрендә һынап ҡараны. Ә уҡытыусылар заманса йыһазландырылған майҙансыҡ сәләмәт тормош алып барырға, спорт буйынса тағы ла яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә булышлыҡ итер, тигән өмөттә.

Республика көнө һәм Ейәнсура районы ойошторолоуға 95 йыл тулыуы айҡанлы тантананы ижади коллективтар сығышы асты. Йыр, бейеү менән байытылған программа төбәктең бай тарихын сағылдырҙы. Байрамда хеҙмәт алдынғылары, район үҫешенә ҙур өлөш индергән шәхестәр, шулай уҡ күп балалы әсәләр бүләкләнде.

Индира менән Айсыуаҡ Өмөтбаевтар өсөн был көн икеләтә иҫтәлекле. Йәш пар никахтарын теркәп, ЗАГС янындағы майҙансыҡта «Ғашиҡтар йөрәге»н асыу тантанаһында ҡатнашты. Яҡын киләсәктә бында яҡтыртыу ҡорамалдары, бәүелсәктәр ҡуйылып, объект халыҡтың яратҡан урынына әйләнер, тип көтөлә.

Район мәҙәниәт йорто алды байрам көнөндә һабантуй майҙанына әйләнде. Берәүҙәр самауыр ҡайнатып, сәй әҙерләй, икенселәр һый-ниғмәттән һығылып торған табын ҡорған, ауыл уңғандары һөт продукцияһынан ҡорот, эремсек һәм башҡа ризыҡтар тәҡдим итте. «Йырлы бишегем -Ейәнсура» фольклор байрамы ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде.

Белеүебеҙсә, ейәнсуралар элек-электән шәлдәре менән дан тота. Оҫтабикәләр был эште сәнғәт кимәленә күтәреп, биҙәктәрен төрлөләндерергә тырыша. Күргәҙмәлә дебеттән бәйләнгән еңһеҙ кофталар, шарфтар, шәлдәрҙең бына ошондай ҙурҙары ла бар.

Сигелгән, бәйләнгән Рәсәй, район картаһы-ҡул оҫталары тыуған еребеҙгә һөйөүен нисек кенә белдермәй! Байрам сиктәрендә фойела Ейәнсура шәле күргәҙмәһе ойошторолдо.

Райондың 95 йыллыҡ юбилейы уңайынан тарих, тыуған яҡты өйрәнеү музейы бай йөкмәткеле экспозиция әҙерләгән. Сарала махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам иткән Ейәнсура ирекмәндәре лә әүҙем ҡатнашты. Урындағы редакция журналистары ҡаһарман яҡташтарыбыҙ тураһында икенсегә китап баҫтырырға йыйына.

Ҙур юбилейын билдәләгән Ейәнсурала тормош ҡайнай. «Айыҡ ауыл» конкурсы еңеүселәре Кинйәбулатта заманса балалар майҙансығы асылды. Тарихи дата уңайынан үткәрелгән байрам сараларында киләсәккә райондың үҫешенә булышлыҡ итер яңы пландар һәм маҡсаттар ҡуйылды.

Фәниә Рафиҡова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ